.RU

Ярай, атай. Һә тигәнсе эшләйбеҙ уны


Морат Солтанов

Йоҙроҡташ

Мыраубай өйҙән сыҡты ла картуф баҡсаһы артына йүнәлде. “Моғайын да унда минең килеүемде көтмәгән сысҡандар барҙыр. Мыр-р-ау... Киске һауынға тиклем иртә әле, тамаҡты туйҙырырға кәрәк бит. Берәй әллә ни ҙур булмаған сысҡан бик ярап ҡалыр ине. Ҡаты икмәк ашағы килмәй. Мыр-р-ау...”

– Бесәй, бесәй, бес-бес!.. Мыраубай тим, ҡайҙа юғалдың? Әле генә бында ине лә баһа. Бес-бес! – тип сәрелдәне Йомабикә ҡарсыҡ. – Мә, икмәк кимерә тор! Бес-бес-бес-бес-бес!..

Низам кисә генә ауылға атаһына ҡунаҡҡа ҡайтып төштө. Кәләше менән улы Айҙарҙы ла үҙе менән алды. Ҡала шау-шыуынан әҙерәк арынып, һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, тәбиғәт ҡосағында ял итһендәр, тип уйланы. Отпускылары әле башланып ҡына тора.
– Улым, мин төшкө автобус менән ҡалаға барып әйләнәм, һин картуфты күмеп ҡуйырһың әле. Бәлки, килен дә ярҙам итер, ә?
– Ярай, атай. Һә тигәнсе эшләйбеҙ уны.
Низам атаһы артынан ҡарап ҡалды. Ҡатындары үлеп киткән ирҙәр тиҙ бирешә тиһәләр ҙә, Нияз ҡарт шап-шаҡтай әле. Ҡатынының вафатына ун йыл, ә ул, башҡаны алмайынса, донъяһын яңғыҙ көтөп ята. Улынан аҡса ла алмай, уның янына ҡалаға ла күсергә теләмәй.
– Низам, ҡайным, әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ! – Алинаның танышҡанда уҡ Низамды әсир иткән тауышы ишетелде. Артынан үҙе лә күренде. – Йә, нимә йылмайып тораһың? Ҡайным ҡайҙа?
– Һиңә ғашиҡ булдым! – Низам кәләшенең биленән ҡосаҡлап алды. – Атайым ҡалаға китте. Әйҙә, һине өйгә күтәреп индерәм!
– Бына йүләр! – Алина иренең битенән үпте лә ҡосағынан ысҡынырға маташҡан булды. – Ой! Үҙемде туйыбыҙ көнөндә кеүек хис итәм!
Низам ҡатынын иҙәнгә баҫтырҙы.
– Йә, кәләш, сәйеңде эсер! Сәй эсеп көс йыйырға ла картуф күмергә сығырға кәрәк.
– Мин дә ярҙам итермен. Арырһың бер үҙең.
– Ҡуй, арымам, һин Айҙар менән йылға буйына сығып әйлән. Юғиһә күрше малайҙар менән сығып юғалыр.
Сәйҙән һуң тәмәкеһен көйрәткәс, Низам эшкә сыҡты. Ир кешегә нимә инде ул, үҙе әйтмешләй, һә тигәнсе картуф баҡсаһындағы эште тамамлап та ҡуйҙы, һуңғы юлын күмгәндә тәпкеһен ташҡа һуғып ебәрҙе. Тегеһе, ҡаҡлығып китеп, аяғына тондорҙо. Низам ташты күтәреп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.
– Бына тәбиғәт хатаһы. Ҡайһылай йоҙроҡҡа оҡшаған. Венера Милосскаяныҡы түгелме икән? – Үҙ шаяртыуына үҙе кеткелдәне лә, ташты картуф баҡсаһының артына һелтәне.
“Мыр-р-рау... Ҡурҡығыҙ, сысҡандар, мин киләм. Мыр-р-рау...”

Шундай уйҙар уйлап, картуф баҡсаһының артына сығып етеүе булды Мыраубайҙың, башына әллә нәмә менән тондорҙолар.
***

– Юҡ-юҡ, улым, борсолма. Автобуста тынсыу булғандыр. Әҙерәк ятып торайым. – Нияз ҡарт төпкө бүлмәгә инеп китте.
Йоҡлар алдынан һуңғы тәмәкеһен тартырға ултырған Низам күңелен нимәлер быраулауын тойҙо. Гүйә, ниндәйҙер аламалыҡ ҡылған. Төнө лә шомло ине нисектер. Күктә бер генә йондоҙ ҙа күренмәй. Моғайын, ямғыр булыр, тип уйлап, тәмәкеһен һүндерҙе лә кәләше янына инеп ятты.

Мыраубай аңына килгәндә төн үтеп таң атып килә ине. Ямғыр аҫтында ятып күшеккәнгәме, яраһынанмы, тәне дер ҡалтырай. “Елле эләктергәндәр миңә. Күктән Алланың ҡәһәре төштөмө икән ни?” Элек төнөн дә яҡшы күргән күҙҙәре лә тирә-яҡты арлы-бирле шәйләй башланы. “Юҡ, Хоҙай ҡәһәре түгел икән шул. Ана, таш ята бит. Кеше йоҙроғона оҡшаған. Ҡанға һәм мейе киҫәктәренә буялған йоҙроҡ”.

– Бес-бес-бес! Мырауба-ай! Бес-бес! Бәлеш, ҡайҙа юғалды һарыҡайым? – Йомабикә ҡарсыҡ кисә киске һауындан һуң бесәйенең эселмәгән һөтөнә ҡарап торҙо. – Ғүмерҙә ҡыланмағанды ҡыландырып йөрөй, – бесәйенә үпкәләгәндәй итеп көрһөндө лә, һөтөн һөҙөп, һыйырын көтөүгә ҡыуырға сығып китте.

– Здоровеньки булды, "Беларусь"! – тине Фәррәх, тракторының тәгәрмәсенә тибеп. – Ғәфү ит, иптәш, хәҙер әҙерәк батҡаҡ буйлап йөрөп киләбеҙ инде, ҡыйын булһа ла. Кисәге ашҡаяҡтарҙы тейәп килтерергә кәрәк бит... Һаумы, Йомабикә апай! Нимә, балтаң һыуға төштөмө әллә?
– Мыраубайым юғалды, берәй нәмә булдымы тип ҡурҡам.
– Ҡайтыр-ҡайтыр, үҙенә яңы кәләш тапҡандыр!
– Кит, йүнһеҙ хәбәреңде һөйләмәһәң, исемең юғалыр әтеү. – Ҡарсыҡ ары атланы. – Бес-бес-бес! Мырауба-ай! Бес-бес-бес, һарыҡайым!
– Һы, тапҡан ҡайғырыр нәмә. Бесәйе юғалған, имеш, – тине Фәррәх, кабинаһына инеп ултырғас. – Бесәйҙе нисек кенә тәрбиәләмә, үлгәненән һуң Аллаһы Тәғәләнең "Хужаң нисек тәрбиәләне?" тигәненә "Бер ҙә ҡараманы, ашатманы, туҡманы" тип әйтә, ти...
“Хәлем бигерәк мөшкөл икән дәһә. Берәй сысҡанды ата-бабалары янына оҙатам тиһәм, үҙем шунда китергә ятам”. Башы үлтереп сатнай ине Мыраубайҙың. "Ҡыбырлай ҙа алмай. Башынан һаман ҡан аҡҡан һымаҡ. “Кем бәрҙе икән был ташты, ҡәһәр һуҡҡыры!..” Иҫен юйған Мыраубай трактор тауышына күҙен асып ебәрҙе. Күрше Фәррәх икән. Күр инде, күр мине, туҡта!!! Тик тегеһе абайламаны. Тапай яҙып үтеп китте. Тапап үлтерһә яҡшыраҡ булыр ине лә... Ә теге йоҙроҡҡа оҡшаған таш тәгәрмәстәге батҡаҡҡа йәбешеп китте.
– Һыйырҙы мин эҙләп киләйем, атай. Таныйым бит, – тине Низам.
– Юҡ, анау үрге ос Алмастарҙың да беҙҙекенә оҡшаған, һуйған да ҡаплаған. Үҙем дә саҡ таныйым әле. Йылға аръяғында йөрөй торған, хәҙер әйләнермен. – Нияз ҡарт, сыбыртҡыһын алып, сығып китте.
Һыйыры, ысынлап та, яр башында йөрөп ята ине.
– Һәү-һәү-һәү-һәү-һәү! Әйҙә ҡайт, һәүкәш. А-ай! – Ҡарт, аяҡ аҫтында ятҡан ташты күрмәйенсә шуға һөрөнөп, яр аҫтына тәгәрәне. Аҫта ятҡан осло ҡырыйлы ташҡа сикәһе менән бәрелде лә тынып ҡалды.
Низам атаһын эҙләп тапҡанда, Нияз ҡарттың тәне һыуынғайны инде... Ирҙәр атаһын яр аҫтынан күтәреп мендерҙе. Яр башында ятҡан йоҙроҡҡа оҡшаш ташҡа Низамдан башҡа береһе лә иғтибар итмәне. “Был бында ни эшләп ята?” Алып, ситкә, ағас араһына ырғытты. Атаһын ерләгәс, күңеле болоҡһоп, һәр нәмә ҡәҙерле кешеһен иҫкә төшөрөп, яраһын минут һайын яңыртып, ҡанһыратып торһа ла, Низам ауылдан китергә ашыҡманы.
Нияз ҡартҡа өйрәнгән һыйыр Алинанан һауҙырманы. Аптырағас, салырға тура килде.

“Ҡасан ғына үләм инде!..” Мыраубайҙың тишелгән башына себендәр ояланы. Ҡот осҡос ғазаптарҙан ҡотола алмаған бесәй үҙ үлтереүсеһенә ләғнәтен ебәрҙе.

Атаһы вафат булыуға биш көн үткәс, Низам эсә башланы. Алинаһы, уны туҡтатырға тырышып, ни генә эшләмәне. Ахыры, мине, улыңды яратһаң, аҡылыңа килерһең, тине лә улдарын алып ҡалаға ҡайтып китте. Аҙна самаһы ҡайғыһын хәмерҙә батырғандан һуң, Низам туҡтап ҡалды. Әҙәм рәтенә инәйем дә ғаиләмә ҡайтырмын, тип уйланы ул.

Мыраубай иһә, был донъяла уҡ тамуҡ ғазаптарын күреп, үлеп китте. Йәне, моғайын, бесәйҙәр ожмахына эләккәндер, һөт йылғалары аҡҡан, сысҡандар йүгерешеп йөрөгән, береһе лә башҡа таш менән ормаған урынға...
Низам иртәгә ҡалаға ҡайтам тип йөрөгәнендә тракторсы Фәррәх үлде. Чечнянан һуң иҫәрләнгәндер, тине кешеләр. Ашҡаяҡ әҙерләп йөрөгән ерендә ағасҡа аҫылынған. Арҡандан алыусылар араһында Низам да булды. Мәйеттең тап аҫтында йоҙроҡҡа оҡшаған таш ята ине. Низам уны һиҙҙермәй генә кеҫәһенә һалып алды...
Кисен генә ҡайтып газға сәй ҡуйғас, Низам кеҫәһенән ташты алып, нигеҙ буйына сығып ултырҙы. Тәмәке тоҡандырып, ташты ентекләп ҡарай башланы. Ямғыр аҫтында ятһа ла, көндөҙгө эҫелә ныҡлап ҡатып өлгөргән ҡан йыуылып бөтмәгәйне әле. Нимәлер һиҙенеп, Низам ташты ергә ташланы ла картуф баҡсаһы артына йүгерҙе. Мыраубайҙың мәйете өҫтөндә бер болот себен өйөрөлә, тағы ла шул саҡлыһы бар тәнен һырып алғайны. Бесәйҙең башындағы яраны күреп һәм емтек еҫенән Низамды уҡшыта башланы. Эсендә бар булғанын ҡоҫоп бөткәс, ир саҡ-саҡ атлап ихатанан көрәк килтерҙе лә, танау аша тын алмаҫҡа тырышып, соҡор ҡаҙҙы. Бесәйҙең мәйетен көрәк менән төрткөләп төшөрөп күмеп ҡуйҙы.
Йылғала көрәген йыуып торғанда уны Фәррәхтең дуҫы Сәлим саҡырҙы.
– Әйҙә, Низам, күршең өсөн берәй ярты эсәйек. Бик шәп егет ине. Миңә инеп ултырайыҡ булмаһа.
Низам тәүҙә баш тартырға итте лә, шунан риза булды.
– Күп эсмәйем, миңә иртәгә юлға, Сәлим.
Тик ҡайтҡанында аяғында саҡ баҫып тора ине. Өйгә инеп ут ҡабыҙыуы булды, шартлау яңғыраны...
...Бер айҙан һуң саҡ аңына килгән Низам янында күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән ҡатынын күрҙе... Иренең аңына килгәнен күреп, Алина тағы илап ебәрҙе. Тик был күҙ йәштәре шатлыҡтан ине...
– Ныҡ кеше икәнһең, ҡустым, – тине ҡарт табип, тағы бер айҙан Низамды дауахананан сығарғанда. – Ә бына газ менән һаҡ эш итергә кәрәк. Араҡы эсеү инде бөтөнләй хәшәрәт нәмә.
– Булды, ағай. Мине теге донъянан һөйрәп сығарғанығыҙ өсөн рәхмәт, һау булығыҙ.
– Һау бул, ҡустым.

Дауахананан сыҡҡандың икенсе көнөндә үк Низам үҙе генә тыуған ауылына китте. Алинаға "Атайым ҡәберенә зыярат ҡылам" тип аңлатты. Йоҙроҡҡа оҡшаған таш ул ташлап киткән урында ята ине.
– Бәхетһеҙлек ташы инең, – тине Низам, – ләкин башҡаса миңә лә, бүтәндәргә лә ҡайғы килтерә алмаясаҡһың. Бынан ары бер кеше лә һиңә ҡағылмаясаҡ.
Ҡалаға кире ҡайтҡас, Низам өйгә инеп тормайынса йылға буйына китте. Ике сәғәтлек теплоход экскурсияһына билет алды. Теплоход йылға уртаһына еткәс, сумкаһынан ташты сығарҙы.
– Ҡәһәрең үҙең менән ошонда батһын! – Таш суп итеп һыуға тейҙе һәм төпкә китте...
Низам менән Алина бәхетле йәшәне. Улдары Айҙар ҙа, ата-әсәһен ҡыуандырып, аҡыллы булып үҫте. Киләһе көҙ беренсе класҡа бара инде бына! Атаһы менән әсәһе был ваҡиғаны тулҡынланып көттө. Беренсе сентябрҙә кейеп барыр кейемен дә, сумка-дәфтәрен, башҡа фәлән-төгәнен дә алып ҡуйҙылар. Айҙар үҙе лә уҡыуҙы тиҙерәк еткерә алмай ни эшләргә белмәне.
Тик Низам ғына ҡайһы саҡ тиргә батып, “Йоҙроҡташ!” тип ҡысҡырып уяныр булды. Алинаһы ирен бала һымаҡ йыуатып, ҡосаҡлап ятһа, тынысланып йоҡлап китә ине.

Күпмелер ваҡыт үткәс, янына Алина килеп ултырҙы.
2010-07-19 18:44 Читать похожую статью
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • Контрольная работа
  • © Помощь студентам
    Образовательные документы для студентов.